Хәтер
3 Октября , 09:02

Ҡөҙрәтебеҙ сикле

Туғай Кинйәһендә мәсет һәм  махсус хәрби опреацияла һәләк булған егеттәргә районда беренсе тапҡыр һәйкәл асылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡөҙрәтебеҙ сиклеҠөҙрәтебеҙ сикле
Ҡөҙрәтебеҙ сикле

Был турала беҙ алдан хәбәр иткән инек. Бөгөн был көндө күрергә насип булды. Туғай Кинйәһе бынан 40 йыл элек бөткән ауыл, әммә һин уны «бөткән» тип әйтеп ҡара! Бындай ҡәҙер ҡайһы бер тере ауылдарға ла тәтемәй.

Зиннур Исхаҡовҡа бөгөн күптәр рәхмәт әйтте, әл дә һин бар, ҡорҙаш, ауылдаш, эшләгән изгелектәреңде һанап бөтөрлөк түгел.

Кеше байтаҡ килгән. Көнө ҡалай алама, шулай ҙа, халыҡты был туҡтата алмаған.  Район башлығы Лира Тереғолова, район Советы рәйесе Дамир Байгилдин, район һәм ҡала мөхтәсибе Айнур хәҙрәт Ҡәҙимов, Искра хужалығы етәксеһе Рәмил Мостафин, райондың почетлы гражданины Әхәт Ҡотлоәхмәтов, Азат хәҙрәт Хәлилов, Өфөнән ҡайтҡан яҡташыбыҙ Юлай Әмәкәсов, район Ҡоролтайы рәйесе Свобода ауылы биләмәһе башлығы Фәнис Рахманғолов һәм башҡа бик күптәр байтаҡ ҡына йыл һүҙҙәр әйтте, хәтирләр менән бүлеште.  Һәйкәл янында мәрхүм егеттәрҙең туғандары иланы...

...Мәсетте асҡанда кинәт кенә һауаны ҡап-ҡара болот ҡапланы, көн ҡараңғыланды.  МХО-ла һәләк булған егеттәргә һәйкәлде асып торғанда ла яҡтырманы көн,  ҡар яуа башланы. Уныһы, ҡара ерҙе, бөтөн бысраҡты, сүп-сарҙы ҡапларға теләгәндәй, бик ашығып яуҙы, әммә ҡаплай алманы. Ҡөҙрәте етмәне.

Репортаж тулы вариантта гәзиттә баҫыласаҡ.

Алдараҡ: Туғай Кинйәһендә мәсет буласаҡ

Автор:
Читайте нас