

84 йәшендә яҡты донъяларҙан китеп барған данлыҡлы яташыбыҙ – Йәдҡәр Бәширов менән мәңгелеккә хушлашабыҙ.
Ярлы ғаиләлә, бәләкәй генә ауылда тыуып үҫеп, ниндәй бейеклектәрҙе яулаған ағайыбыҙ (биографияһын алдан бирҙек - Бәхил бул, Йәдҡәр ағай), иҫ-аҡыл етмәй
Йәдҡәр Бәширов, бер интервьюһында шулай тигәйне:
- Мин производство өлкәһендә, төрлө милләттәр араһында хеҙмәт иткән, үҫкән кеше, тип әйттем инде. Башҡорт донъяһында үҙ башҡорттарым менән баҫтырышып йөрөп өйрәнмәгәнмен. Ситтәр араһында йә батыр булырға ла һанланырға, хәлеңдән килмәгәндә, шымып ҡалырға кәрәк. Мине лә күп тапҡырҙар ҡолатырға, тапарға ынтылғандар булды. Был осраҡтарҙа бары тик эшеңде ныҡлы белеп-башҡарып, бөтә нәмәгә яуаплы ҡарап һәм рухи яҡтан да, физик яҡтан да көслө булыу ғына ҡотҡара. Миңә ата-бабамдан яугир ҡаны күскән һәм шул ҡан еңелергә бирмәй ҙә.
Китаптарым буйынса ла нимәлер әйтергә уҡталған, бәхәсләшергә теләктәре булғандар бар, әммә улар миңә ҡара-ҡаршы тороп һүҙ өндәшмәй. Был ризаһыҙлығыңды белдерә алмау, баҙнатһыҙлыҡ ул. Бындай кешеләр менән икеләтә ҡурҡынысыраҡ. Ундайҙар һине кәрәк урында яҡламаясаҡ, өндәшмәҫ ризалыҡ менән дөмбәҫләтәсәк кенә. Мин һүҙемде әйтә һәм шул һүҙ өсөн урынында уҡ яуап та бирә торған ерҙә хеҙмәт иттем һәм ошоларҙың барыһы ла характерыма ла йоғонто яһаны.
Йәдҡәр Әхәт улы менән хушлашырға күп кеше килде, бындай егеттәр йыл һайын тыуып тормай. Һин үҙеңде, үҙең менән бергә, беҙҙе - Көйөргәҙене, Аллабирҙеңде, Яңы Морапталдыңды данланың, Ядҡәр ағай, быларҙың барыһы өсөн рәхмәт, йәнең ожмахтарға ҡарай осто, унда һине рухташтарың – милләтебеҙ өсөн йәнен-тәнен аямаған башҡа шәхестәребеҙ көтә.