Все новости
Хаттар
25 Апреля , 09:39

Рәфискә рәхмәт

Яманһары ауылында ике сүп-сар контейнеры бар. 

Рәфискә рәхмәт
Рәфискә рәхмәт

Береһе ауылдан кергән ерҙә, икенсеһе Йәштәр урамы уртаһында, минең тәҙрә төбөмдә тора. Быйыл ҡар ныҡ күп яуҙы, ул контейнерҙы ҡарҙан алып та булмай ине, тирә-яғына ла сүп тулды. Пакетҡа һалып ташлаһаң эттәр йыртып ташып бөтә, ә йәй көнө сысҡандар эйәләп хәлде бөтөрә. Һайлау алдынан бер алып киткәйнеләр сүпте, шунан бирле юҡ ине. Ошо көндәрҙә, ҡараһам, шул тирәлә бер егет йөрөй. Бер үҙе сүпте тейәне, машинанан төшөп, көрәге менән контейнерҙың эсен дә, тирә яғын да таҡырлатып таҙартып китте. Ул Ҡаҙарма егете Рәфис Ғәббәсов...
Гөлйыһан СӨЛӘЙМӘНОВА, Яманһары ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: