Все новости
Хаттар
1 Июня , 14:23

Һабантуйҙа йырлар саҡмы?

Уға күпме аҡса китә, аҡсалары ныҡ артып барһа, ана, яуға, егеттәргә ебәрһендәр. 

Һабантуйҙа йырлар саҡмы?
Һабантуйҙа йырлар саҡмы?

Ошондай йөкмәткеле хат килгәйне беҙгә (уны гәзиттә тулыһынса баҫтыҡ). Уңарсы, төрлө райондар Һабантуйҙы төрлөсә хәл итә икәнен белдек, Әлшәй районында был байрамды ауылдар үҙҙәре генә үткәрә икән, дөйөм район һабантуйы булмай. Ҡыйғылар ҙа итәктәрен ҡыҫҡан - Селяночка тигән байрам сиктәрендә, бик ҙурҙан ҡупмай ғына үткәрә (- Широкое празднование мероприятий во время проведения специальной военной операции некорректно и неэтично - уларҙың һүҙҙәре). Бөтөн райондар быйылғы һабан байрамына үҙгәрештәр кереткән, ҡыҫҡаһы.

Беҙҙә 15 июндә буласаҡ. Форматы үҙгәрә тигән хәбәр булманы, әммә, ауыҙҙы ҙур асып, йырлар мәл түгел икәнен күбеһе аңлай. Быйылғы һабантуйҙың тирмәләр конкурсына бүленгән аҡсаны, ауыл башлыҡтары үҙ-ара килешеп (өҫтән береһе лә ҡушмаған), үҙҙәренә алмай, яуҙағы егеттәргә ебәрергә булған - барлыҡ үҙгәреш ошо. 

Фотолар Юшатыр архивынан. 

Автор:
Читайте нас: