Фәнир Малбаевты һуңғы юлына оҙатырға килгән халыҡ өсөн мәҙәниәт һарайы алды тар булды, һәр кемдең йөҙөндә ҡайғы һәм ышанмау: кит инде, булмаҫ хәл бит был. Гел генә шат, йор һүҙле, һис бойоғоу, зарланыуҙы белмәгән, киреһенсә, башҡаларҙы гел дәртләндергән кеше ошо донъяларға мәңге йәшәр һымаҡ тойола ине лә баһа...
- Ул һәйбәт ир, атай, олатай булды, - тине Тамара апай, - хакимиәткә килеп бүлмәнән-бүлмәгә һәр ҡыҙҙы ҡосаҡлап сығыр ине. Хакимиәттә уны эҙләп тә йөрөргә кәрәкмәне, ҡайҙа көләләр, тимәк, Фәнир шунда...
Тамара апайға ҡушылып, күптәр иланы. Әммә күңелдә икеләнеү ҙә бар. Бына-бына Ф. Малбаев, урынынан тороп китер ҙә, нимә, моңайып тораһығыҙ тип, табут янында ултырған гармунды алып, уйнар ҙа ебәрер төҫлө....
Уның телефонында звоногында гел бер йыр уйнаны, Малбайға килешмәгәнсә, моңһоу йыр.
- Ниңә уны ҡуйҙың ул?
- Әллә, яратам ошо йырҙы.
Олоғайған һайын ярлыҡа, Хоҙайым,
Йөрәк һаман йәрҙәр һөйөрлөк.
Йәшлек илдәренең, айлы кистәренә
Хәл бар кеүек ҡайтып килерлек.
Тап уға ҡағылған йыр ине ул. Йәрҙәр һөйөрлөк тә, йәшлек илдәренә ҡайтып килерлек тә хәле, әмәле бар ине кеүек абзыйыбыҙҙың. Йәл, һәр беребеҙгә былар барыһы ла, нисек кенә үкенесле булмаһын, самалы ғына бирелә. Бәхил бул, абзый, рәхмәт беҙҙең менән булғаның, донъябыҙҙы йәмләгәнең өсөн. Беҙ Тамара Рәшит ҡыҙының, балаларының, бөтөн туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.