- Балаларым менән декрет ялында өйҙә ятҡас, интернет селтәрҙәрендә барған төрлө конурстарҙа йыш ҡатнашам. "Юшатыр" гәзитенең сирататғы ҡыҙыҡлы конкурсын күреп, ҡатнашып ҡарарға булдым. Конкурстарҙа йыш ҡатнашһам да, был минең тәүге еңеүем. Ҡәйнәм менән еңеп сыҡҡаныбыҙҙы белгәс шул тиклем ҡыуандыҡ. Әмәкәсовтарҙың ишле ғаиләһенә Күгәрсен районы Ялсы ауылынан 7 йыл элек килен булып төштөм. Ҡәйнәм менән ҡайным балаға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә биргәндәр, мин уларҙың уртансы килене, өс килендәш бер туған кеүек татыу йәшәйбеҙ. Тәүҙә беҙ ҡәйнәмдәр менән бергә торҙоҡ, яңыраҡ күрше урамға үҙ йоробоҙға күстек. Айырым донъя көтһәк тә, ҡәйнәм менән ҡайным беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итеп тора, мал тотҡас итен, һөтөн килетереп торалар, ҡәйнәм берәй тәмлекәс бешерһә ла тотоп килә беҙҙе һыйларға.Тормош иптәшем Рәфҡәт менән өс бала тәрбиәләйбеҙ, киләсәктә мин үҙем дә ҡәйнәм кеүек уңған, тырыш, ярҙамсыл ҡәйнә булырға тырышырмын.
Бындай күркәм, йылы, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған
конкурсығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Алла бирһә, ҡәйнәм менән бергәләп сөкөрҙәшеп сәйҙәр эсербеҙ.