Әсәләр көнөнә арналған конкурста ҡатнашыусы Ирина Ишмөхәмәтова.
Уның әсәһе тетя Валя, ҡыҙғанысҡа, яҡты донъяларҙы ҡалдырып киткән, тап уға арнап шиғыр яҙғайны
Ирина.
- Әсәйеңдең яҡты рухы гел һаҡлап, яҡлап йөрөтһөн һине, ғаиләңде, - тинек конкурсантыбыҙға, - өс сабыйыңдың шатлыҡтарын күреп, татып, оҙаҡ йылдар Ер йөҙөндәге иң бәхетле әсә булып йәшәргә яҙһын һиңә. Йәнә бер теләк - һуғышта йөрөгән мырҙаң Андрей тыуған илдәргә тиҙерәк иҫән-һау ҡайтһын. Уны ла әсәйеңдең рухы гел һаҡлап йөрөтһөн.