Лилиә Аҙнабева һәм
Филүзә Харрасованы. Республиканың иң шәп уҡытыусылары рәтенә инде бит икеһе лә, түҙмәй, материал әҙерләп, ҡотлап, яҙып сыҡҡайныҡ. 50 мең һум бүләк тә бирәләр тинек. Ә бит беҙ яҙғанда әле бер кем дә, бер нимә лә бирмәйгәне.
Яҙған һүҙебеҙ тапалып ҡалманы, әле ике гүзәл зат та бүләкте алып тора. Йәнә бер ҡат ҡотлайбыҙ һеҙҙе, алдан ҡысҡырған кәкүк хәлендә ҡалдырмағанығыҙ өсөн рәхмәт.