Традицион фәнни-ғәмәли конференция ул, республиканың төрлө яҡтарынан уҡыусылар, уҡытыусылар килә. М. Исҡужин исемендәге прогимназия үткәрә был сараны, кем белмәй.
Күмертауға килеп төшкәс, билдәле, ҡунаҡтар ҡаланы ла күрәсәк. Әле, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, әллә ни маҡтаныр еребеҙ юҡ. Юлдар бигерәк алама. Яйлап ҡына булһа ла, урамдарға асфальт түшәйҙәр, әммә эштең осо-ҡырыйы күренмәй. Әле, бына Исҡужин урамына ла тотонғандар. Быныһы һәйбәт, конференцияға килгән ҡунаҡтар, һеҙҙә Мөхәмәт ағайҙың исемен йөрөткән урам да бар икән, әйҙә, барып ҡарайыҡ тиһәләр, уларҙы ҡурҡмай алып барырға булыр.