Все новости
Өмәләр
25 Августа 2023, 17:43

Ял көндәрендә Таймаҫта өмә үтә

СИТТӘ ҠАЛМАҒЫҘ! 

Ял көндәрендә Таймаҫта өмә үтә
Ял көндәрендә Таймаҫта өмә үтә

Ҡар яумаһын
Таймаҫ ауылы зыяратын кәртәләү буйынса “Юшатыр” гәзитенә күп яҙҙыҡ. Улар аша өмгә лә саҡырҙыҡ, аҡса йыйыуҙы ла ойошторҙоҡ. Тағы ла бер үтенесем бар. Мәңгелек йортобоҙ тулыһынса уратып бөтөләмәгәйне, әле шул ҡалған 90 метр тирәһе арауыҡты кәртәләп ҡуйырға ниәтләйбеҙ. Бының өсөн, халыҡтан йыйған аҡсаға, барлыҡ кәрәк-яраҡтар ҙа алынып бөттө. Аллаға шөкөр, изге эшкә аҡса йыйыуҙа барыһы ла әүҙем ҡатнашты, Аҫҡы Таймаҫта күбеһе бик ҡыуанып тапшырҙы, 15-ләгән кеше генә төрлө сәбәптәр менән бирә алманы. Барыһына ла өлгө күрһәткән Фәүзиә Солтангәрәеваға ҙур рәхмәт. Ул тәүҙә йыя башлағанда 1 мең һум биргәйне, әле тағы пенсиям артҡан тип 2 мең һум тапшырҙы.
“Ҡалған эшкә ҡар яуа”, тиҙәр бит. Беҙҙең эшкә ҡар яумаһын, ошо изге ниәтебеҙҙе тамамлап ҡуяйыҡ.
Хөрмәтле ауылдаштар, ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ! Ял көндәрендә ошо уңайҙан өмә үтәсәк, барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ. Үткән ваҡыттағы кеүек берҙәм булып, күпләп йыйылһаҡ, 90 метр арауыҡты тиҙ арала кәртәләп тә бөтөрбөҙ. Беҙҙең күңелдәребеҙ тынысланыр, ә әруахтарыбыҙҙың рухтары шатланыр. Изге эште күмәкләп башҡарайыҡ, мәрхәмәтлек ерҙә ятып ҡалмаҫ.
Салауат СОЛТАНГӘРӘЕВ, Таймаҫ ауылы

Автор:
Читайте нас: