"Юшатыр" гәзитендә күптән түгел Таймаҫ, Яңы Таймаҫ халҡына
мөрәжәғәт булғайны - башҡа ауылдар зыяраттарын кәртәләй, беҙҙекеләр бик ҡыбырламай тигән мәғәнәлә. Аҡса йыйырға кәрәк ине. Әле әйтеүҙәренсә, аҡса йыйылған, кәрәк-яраҡ материалдар алынған, үткән ялдарҙа бер төркөм ир-ат өмәгә сыҡҡан... Тик кеше барыбер етмәй - урындағы халыҡ аҙ сыға йәки ситтә йәшәгәне ҡайтмай.
24, 25 июндә, изге эшкә тип, тағы бер ҡат йыйыласаҡ өмәгә килергә теләгән халыҡ, таймаҫтар әле беҙҙең гәзит аша барыһына ла мөрәжәғәт итә: ҡайтығыҙ, таймаҫтар! Һауаплы ғәмәлде бергә башҡарайыҡ, әреүәхтәрҙең рухын шатландырайыҡ.