Все новости
Өмәләр
28 Апреля , 13:24

Һигеҙ аяҡлы түгел, ике аяҡлы

Бар донъяға билдәле ауыл ул.

Һигеҙ аяҡлы түгел, ике аяҡлы
Һигеҙ аяҡлы түгел, ике аяҡлы

Яңы Ҡалта ауылы. Көтмәгәндә быйыл был ауыл тураһында бөтәһе лә һөйләрлек бер ваҡиға булды: йылғала һигеҙаяҡ таптылар. Шау килдек, аптыраныҡ, ышанғаны ышанды, ышанмағаны ышанманы, әммә Ҡалта исеме тирә-яҡҡа яңғырап ҡалды. Шуны аңлау мөһим: тәү сиратта, әлбиттә, кешеләре менән дан ҡаҙанған ауыл ул. Яҙыусыбыҙ Б. Бикбайҙы күҙ уңында тотабыҙ. Әле лә Ҡалтала эшһөйәр, ергә ереккән кешеләр йәшәй. Бөгөн өмәгә сыҡҡандар. Йыйыштырғандан һуң йәмле ауыл тағы ла нығыраҡ йәмгә күмелгән. Тыуған илде һигеҙ аяҡлылар түгел, ике аяҡлылар данлай. 

Автор:
Читайте нас: