Бүләген алырға килгәндә (эй, үҙебеҙҙең халыҡ, өс тинлек бүләк бирәбеҙ, беҙҙекенән унлата артыҡ итеп, үҙенең күстәнәсен тейәп килгән), беҙҙең ауылдың халҡы шәп тип, кемеһен тотоп маҡтарға белмәне. Ошо аҙнала өмәгә сығабыҙ ҙа тигәйне. Алдамаған (Зәк-Ишмәт халҡы әйтһә, дөрөҫөн генә әйтә), сыҡҡандар. Был турала беҙгә Инзилә Усманова яҙып ебәргән, әйткәндәй, Сәриә апай уны ла, Инзиләнең ирен дә, аяҡтарын ергә лә төшөрмәй, маҡтағайны. Хат киләһе һанда гәзиттә баҫыла.