Мәҙәниәт
11 Ғинуар 2024, 08:59

"Йәшлек"тә ҡалып булмай

Ысын йәшлек менән дә шулай (ғүмер буйы йәш булып, күпме тырышма, барыбер ҡалып булмай - ҡартлыҡ еңә).

"Йәшлек"тә ҡалып булмай"Йәшлек"тә ҡалып булмай
"Йәшлек"тә ҡалып булмай
Район мәҙәниәт һарайы менән дә шулай, дөрөҫөрәге, уның директоры вазифаһы менән. Килеп, саҡ ҡына ултыра ла, китә лә бара. Бының сере нимәлә, әллә мәҙәниәт һарайының исемендәме ("Ҡартлыҡ" тип ҡушһаң, бәлки, икенсерәк булыр ине?), әллә...
Ирина Ежова был вазифанан китә - "былай ҙа йөрәгем яна, белмәйем сәбәптәрен". Урынына Әлфиә Ханбәкова (Гәрәева) булыр тигән фараз бар. Әлегә фараз ғына, торараҡ дөрөҫө беленер. Ә әле, яңы директор булып кем килһә лә, уға ошо теләкте теләйбеҙ:
Йәшлек үтә тиҙәр, йәшлек үтмәй, 
Беҙ үтәбеҙ йәшлек йылдарын, 
Йәшлек дәртен, һыуытмайыҡ әле, 
Һүндермәйек йөрәк ҡуҙҙарын. 
Автор:
Читайте нас