Талантты Аллаһытәғәлә уларҙан йәлләмәгән, береһе бейеүсе, икенсеһе йырсы. Үҙҙәренең дә, райондың да мәртәбәһен күтәреп, ҡайҙарға ғына барып сығыш яһаманы улар, күп тапҡырҙар еңеү яуланылар. Ермолаевола ойошторлоған бер мәҙәни сара ла уларһыҙ үтмәне, сәхнәлә сығыш яһауҙарын күреп күҙҙәр нурланды, күңел йыуанды. Теге саҡ, хәтерләйһегеҙҙер, көслө буран булып, водителдәр машиналары менән тығылып-батып трассала ултырғандарында хатта береһе Чебурашка булып та күңелдәрен күреп йөрөгәйне.