Все новости
Мәҙәниәт
4 Октября , 09:46

Духыйығыҙ бик тәмле

Кисәге тамашаға Тимербайҙан да килделәр.

Духыйығыҙ бик тәмле
Духыйығыҙ бик тәмле

Шулайтмай, ара алыҫ, юлдар насар тип тороп булмай, яратҡан артистарҙы тыңлайым, күрәйем тиһәң, быларына ғына ҡарап тормайһың.
Зөлфирә апай буш ҡул килмәгән, Рамазановтарға сәскәләр гөлләмәһе алып килгән, Күмертауҙа алған иң тәүге сәскәм, тине Ризат, матурлыҡты күрә, тоя белә икән, апайыбыҙға мөҡиббән китте - духыйығыҙ бик тәмле икән тип һоҡланды.
Шулай ул беҙҙең ҡыҙҙар, әллә ҡайҙа төпкөлдә йәшәй тимәгеҙ, духыйы лә тәмле, үҙҙәр лә дәртле, матурҙар. Ышанмаһағыҙ, Тимербайға үҙегеҙ барып ҡарағыҙ, алдамағанды күрерһегеҙ.

Автор:
Читайте нас: