Сираттағы концертыбыҙ 3 ноябрҙә Бала Сытырман ауылында гөрләп үтеп китте.
Зал тулы халыҡ концерт барышында артистарыбыҙҙың сығышын әллә нисә тапҡыр баҫып алҡышланы. Айнур Собханғолов менән Мөхәммәт Рәхмәтуллиндың ҡурай моңдары; Рәжәп Кинйәбаевтың, Мөхәммәт Ирғәлиндың, Зәкәриә Юлкутлиндың Илшат Ғүмәров менән Альфир Дилмөхәмәтовтарҙың баян көйҙәренә ҡушылып йырлауҙары; Нуриян Ишҡолов, Филюз Юлдашбаев, Альфир Дилмөхәмәтов, Гөлимә Кинйәбаеваларҙың берсә һағышлы, берсә дәртле йырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Регина Шәрипова менән Айгизә Бикмаеваларҙы өҙҙөрөп бейеүҙәре тамашасыларҙың күңелен тағы ла нығыраҡ күтәреп ебәрҙе. Сараларҙың юғары кимәлдә үтеүе алып барыусыға ныҡ бәйле икәне билгеле. Алыштырғыһыҙ алып барыусыбыҙ Айгөл Бикмаева был бурысты бик тә оҫта башҡарып сыҡты. Алда ла ошолай әүҙем, дәртле тамашасылар көтһөн артистарыбыҙҙы, ә беҙ киләһе сығышыбыҙға йәнә Көйөргәҙе районына юлланабыҙ.
Юлдаш ауылы клубы