Иҫ-аҡылыбыҙ китеп ҡарап ултырҙыҡ - был тиклем дә шәп уйнамаҫ кеше, яҡшымбәттәр "Айһылыуҙың айлы кистәрен" сәхнәләштерҙе, илкәнәйҙәр - "Изге ялған"ды. Ике ауылдың театрҙары ла киң билдәле театрҙар, артистары ябай ауыл кешеһе (театр сәнғәтенә уҡымаған) булһа ла, урамда тотоп, үҙҙәренән автограф алыр дандары бар.
Бөгөн улар Халыҡ театры тигән исемде яҡланылар. Үҙҙәренә баһа бирергә Өфөнән сәнғәт әһелдәре килгән. Беҙҙең фекер ошолай: апайҙар, был театрҙарҙы ҡарамай ғына ла иң юғары баһа бирһәгеҙ була ине, улар күптән һәм ғүмерлеккә халыҡтыҡы.