Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Июнь , 12:16

Китап– йәшәү шишмәһе

Беҙ бөгөн шуға инандыҡ.

Китап– йәшәү шишмәһе
Китап– йәшәү шишмәһе

Теге мәл үк, ялыу булғас, район Советы депутаты Ғәйнетдин Мөхәмәтов район Үҙәк китапханаһын барып тикшергәйне. Имеш, китаптар подвалда сереп ята, тәртип тигән нәмә юҡ, фәлән-фәсмәтән-төгән...

Ул ваҡыт китапхана яңы урынға тулыһынса күсенеп бөтмәгәйне, билдәле, ҡапыл ғына тәртип урынлаштырып өлгөрмәгәндәр. Тиҙ эш түгел был, меңләгән китаптан торған фонд, етмәһә, барыһы ла ябай ауыл ҡатындары өҫтөндә, береһе лә, ситтән килеп, мә тип тормай...

Ҡыҫҡаһы, бөгөн депутат, бер төркөм кеше менән, үҙ күҙҙәре менән барыһын күрҙе- ваҡыт апаруҡ үтте, нисек икән быларҙың хәлдәре?

Подвал әҙәм төҫө алған, стеллаждар ҡуйылған, китаптар теҙелгән. Китапхананың үҙе лә һәр саҡ ҡунаҡ көтөп кенә йәшәгән егәрле ҡатындай балҡып тора.

Тимербай, Яңы Мораптал, Иҫке Отрада, Керәүле, Павловка, Яманһары китапханалары килеп торған, музыка яңғырай...

Репортаж тулы вариантта гәзиттә иртәгә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас