Самауырлы ритайым башҡорт дискотекаһы күп ҡалаларҙа булды, үрмәксенән күрмәксе, бер-береһенә эйәреп, ҡыҙышып, һәр ҡала был тамашаны үҙендә үткәрергә ашыҡты (ҡайһы бер беҙҙең яҡташтар, дәртенә сыҙамай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡалаларына барып, бейеп-йырлап ҡайтты). Беҙ был ритайым Күмертауҙа ла була тип яҙған инек.
Бына, көнө лә билдәләнде. 16 августа, ҡала көнөндә, үтәсәк был күңелле тамаша. Район да бер мәл елкенеп киткәйне лә, артабан, әллә дәрт һүнде, был турала һүҙ ҡуҙғатылманы...
Видеола: Динара Вахитова, Ялсыҡай ауылы һылыуы Өфөләге ритайымда йырлай.