Мәҙәниәт
9 Августа 2025, 12:38

Болоттар ҙа таралды

Ялсыҡайҙа кисә вәт хәтәр булды!

Добавить в предпочтительные источники Google
Болоттар ҙа таралдыБолоттар ҙа таралды
Болоттар ҙа таралды

Ялсыҡай ауылына быйылғы йылда ғына староста итеп тәғәйенләнгән Рәфис Хөсәйенов үҙ эшен бар күңелен һалып башҡара.

Кисә ул ауылдаштарына йәйҙе оҙатыу хөрмәтенән шәп сара бүләк итте.
Күрше Таймаҫ, Илкәнәй ауылдарында йәшәүсе һәүәҫкәр әртистәрҙе саҡыртып ауылдаштары өсөн шәп концерт-дискотека ойошторҙо.
Концерт шул тиклем шәп булды, хатта көнө буйы быҫҡаҡлап яуып торған ямғыр туҡтап, болоттар ҙа таралды.

Был сарала кемдәргә рәхмәттәр яңғыраны, кемдәрҙе тәбрикләнеләр был турала киләһе һанда.

Автор:
Читайте нас