Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ноябрь , 09:33

Ары торһон Щелкунчик

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры кисә Күмертауҙа шәп тамаша күрһәтте.

Ары торһон Щелкунчик
Ары торһон Щелкунчик

Күмерселәр һарайында ултырыр түгел, баҫып торор урын ҡалманы, билеттар һатылып бөткән, ниндәйҙер сәбәп менән билетһыҙ ҡалған бисаралар, үҙҙәренә урын таба алмай, тегеләй-былай йүгерҙе: берәйгеҙҙә артыҡ билет юҡмы?
Стәрлетамаҡтар "Әсәй, бына һиңә килендәр" тип аталған комедияны ҡуйҙы. Әл дә гәзиттә эшләйбеҙ, беҙҙең өсөн урын табылды. Йылғыр кешеләр ҙә бар икән, ниндәйҙе бер апай "Мин дә Юшатырҙа эшләйем" тип үтеп киткән. Үпкә юҡ, маладис апай, театрҙы, милли сәнғәтте үҙ иткәнең өсөн рәхмәт. 
Өфөлә әле Щелкунчик балетына билеттар юҡ тип халыҡ ҡымғырыз килә. Беҙгә ҡалһа, үҙебеҙҙең Стәрлетамаҡ артистары ҡуйған был тамаша донъя классикаһын да уҙҙырып ебәрҙе. Матур кис бүләк иткәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, егеттәр-ҡыҙҙар!

Автор:
Читайте нас: