

Тамашасыларҙың күңелен төрлө жанрҙағы йырҙар менән сығыштар ҡыуандырҙы. “Нур” халыҡ бейеү ансамбленең матур бейеүҙәре, ауылға ҡунаҡҡа ҡайтыусыларҙың көйлө йырҙары, мәҙәниәт йортона әүҙем йөрөүсе һәүәҫкәр әртистәрҙең сығыштары – барыһы бергә 30 концерт номеры тупланды. Халыҡ һәр сығышты ысын йөрәктән ҡул сабып, йылы ҡабул итте. Мәҙәниәт йорто майҙансығында йылы, шатлыҡлы атмосфера таралды.
Концерт барышында ҙур тантаналы өлөш тә булды. Район мәҙәниәт бүлегенең етәксе вазифаһын башҡарыусы Никитина Анна Александровна Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Мораптал мәҙәниәт йортоноң художество-ҡуйыу бүлеге мөдире, балетмейстер – Хәмитов Венер Йәғәфәр улына һәм түңәрәктәр етәксеһе Хәмитова Гөлназ Финират ҡыҙына район хакимиәте башлығы Лира Рафаил ҡыҙының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы...
Был хаҡта тулыраҡ киләһе һанда гәзиттә баҫыла.
Ошо уҡ темаға алдараҡ: Эсең тулы мөхәббәт булһын!