Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
21 Ноябрь 2023, 16:04

Ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙамыңды насип ит!

Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мосолмандары ут аҫтында ҡалған ҡәрҙәштәребеҙ өсөн ярҙам йыя.

Ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙамыңды насип ит!
Ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙамыңды насип ит!

Фәләстанда (Палестина) инде күпме ваҡыт һуғыш бара, дөрөҫөрәге, тыныс тормошта йәшәгәндәр, шул иҫәптән, балалар ҙа һәләк була.
Был мәхшәр башланған көндән алып, яҡташтар гуманитар ярҙам йыйыу ойошторҙо, тәүге төндә генә Күмертауҙа йөҙ мең һумдан артыҡ аҡсалата ярҙам йыйылды (әле уның күләме өс йөҙ мең һумдан ашып китте. Бөгөн Р. Хәбиров Фәләстандан ҡасҡан кешеләрҙе Башҡортостанда һыйындырырға әҙербеҙ тип белдерҙе. Быныһы яҡшы, ә уңарсы беҙҙә ярҙам йыйыу дауам итә. Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы мөъминдәре лә был изге эшкә үҙ өлөшөн кереткән:
- Палестин мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам йыйыны ойошторғайныҡ. Битараф булмаған ауылыбыҙ һәм ситтә йәшәгән ҡәрҙәштәрбеҙҙән төшкән бары 12 000 мең һум аҡса Күмертау ҡалаһы ғөмүмән йыйын ҡаҙнаһына тапшырылды.
Я Раббым, ярҙам ҡулын һуҙған был изге күңелле кешеләребеҙгә йомартлыҡ дәрәжәһен биреп, тапҡан мал доньяһына бәрәкәт бирһәң ине.
Шулай уҡ, Фәләстанға ярҙамға аҡса ебәрәм тигән саҡта, ул юлдарҙа байтаҡ ҡапҡандар ҡоролғанын да оноторға ярамай. "Минең аша аҡса күсерергә мөмкин, миңә ебәрегеҙ", тиеүсе һәр кемгә мөкиббән китеп ышанмағыҙ. Ҡасандыр Ибн Мәсғүд әйткәненсә, Ахырызаманда мосолман төлкөләй хәйләкәр булырға, һәр аҙымын үлсәп, алдын-артын уйлап баҫырға, тоҙаҡтарға еңел генә барып ҡапмаҫҡа тырышырға тейеш.
Йә Аллаһ, ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙамыңды насип ит!
Йә Аллаһ, залимдарҙы ер менән тигеҙлә ! Был донъяла ла, теге донъяла ла тик хурлыҡта булһындар!

Автор:
Читайте нас