Все новости
МАТБУҒАТ
18 Ноября 2023, 15:27

Теребеҙ

Кисәге сараға беҙ буш ҡул бара алмай инек.

Теребеҙ
Теребеҙ
Килмәй ҡалмағыҙ тип, үҙ кеше күреп, саҡырыуҙары бер, икенсе, тағы ла мөһимерәк сәбәбе - был ауылда беҙ уларҙы, улар беҙҙе яратҡан кешеләр күп. Түбәнге Бабалар ауылындағы кисәге ваҡиғаны әйтәбеҙ инде. Яратҡандарыбыҙ араһында, әлбиттә, Рима Айытбаева апай ҙа бар. Ауылдың тотҡаһы тиһәк, яңғылышмабыҙ. Донъя тап бына ошондай ҡатындар ҡулында, ысынында. Бирҙек бүләгебеҙҙе. 
- Мәсеткә йәмәғәт йөрөй икән, был мәсет "тере" була, халыҡ йөрөмәһә, ул бикле, буш тора, йәнһеҙ була. Беҙ ҙә шуның шикелле, беҙҙе алдыралар, уҡыйҙар икән, тимәк, беҙ - тере. 
...Беҙҙе йәшәткәнегеҙ өсөн рәхмәт, Рима апай. Ҡотлайбыҙ!
Автор:
Читайте нас: