Все новости
МАТБУҒАТ
19 Декабря 2023, 08:56

Балдай татлы булһын

Унһыҙ ҡалалағы бер дини, милли сараның үткәне юҡ.

Балдай татлы булһын
Балдай татлы булһын
Бүләгебеҙҙең (дөрөҫөрәге, бер уҡыусыбыҙҙың беҙгә биргән бүләге) тап уға эләгеүенә беҙ илереп ҡыуандыҡ. Зарема Ғабдуллинаға.
Күмертауҙағы иң әүҙем ҡатын ул тиһәк, моғайын, яңғылышмабыҙ. Балалары ла, үҙенә оҡшап, шул тиклем үткерҙәр, әүҙемдәр. Телдәре телгә йоҡмай, башҡортса һөйләүҙәрен (саф әҙәби телдә) күреп, иҫ -аҡылдар китә. 
Кисә тапшырҙыҡ бүләкте. Ошо бүләккә ярашлы булһын яҙмышығыҙ - балдай татлы тормошта йәшәгеҙ. 
Автор:
Читайте нас: