-4 °С
Облачно
Ул беҙҙең иң тәүге призды отҡайны, Яңы Морапталдан ул, күҙҙәре бик яҡшы күрмәһә лә, гәзитебеҙҙе яратып уҡый икән. Был турала уның ҡыҙы һөйләп китте (бүләкте уға биреп ебәргән инек). Яңы Морапталға йыш киләһегеҙ, күреп-белеп торам, бер килгәндә әнейем янына кереп сығығыҙ, тине. Оло кешенең күңеле булыр. Ул Венер Хәмитовҡа яҡын ғына йәшәй. Бер барғанда, мотлаҡ инербеҙ тип һүҙ бирҙек. Иҫәнлектән айырмаһын һине, Шәүрә инәй.
Ә ҡалған уҡыусыларыбыҙҙан квитанциялар көтәбеҙ.