Ошолай тип ҡыуанысынан үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй килеп инде сираттағы бүләгебеҙҙе отоусы Зөбәйҙә Сөләймәнова.
Апайыбыҙ редакцияға яҡтылыҡ, нур алып инде, иң тәү барыбыҙҙы ла барлап, хәлдәребеҙҙе белеште, һуңынан үҙе тураһында һөйләп үтте ул.
- Мин үҙем Күмертау ҡалаһына килен булып төштөм, Мәләүез районынан, инде оҙаҡ йылдар ошонда тормош көтәм. Яҙмышым еңелдән булманы, әсеһен дә, сөсөһөн дә татыным, шулай ҙа тормошҡа зарланмайым, әле булһа ла ҡала Ағинәйҙәре менән йырлап, бейеп, төрлө сараларҙа ҡатнашып йөрөйөм. 14 йәштән 18-гә тиклем һауынсы булдым, бында килгәс 20 йылдан ашыу Күмер разрезында эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Бала ҡайғылары ла урап үтмәне, иптәшем дә иртә китеп барҙы, бөгөнгө көндә балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем тип йәшәйем. Гәзиткә килгәндә, шул тиклем яратып, оҡшатып уҡыйым. Башҡа гәзиттәр яҙмаһа ла "Юшатыр" йыш ҡына мине яҙып тора ул. Иң тәүҙә алдырмаған саҡтарымда ҡала буйлап таныштарға йөрөп уҡый инем, шунан былай булмай, тип өйөмә яҙҙыра башланым, бына инде оҙаҡ йылдар гәзиттән айырылған юҡ, киләһе 2025 йылға ла ярты йыллап түгел, тулы бер йылға яҙылып та ҡуйҙым. Оҡшамаған ере юҡ, рәхәтләнеп, онотолоп уҡыйым, кешеләрҙең бүләк алғанына күҙем ҡыҙып ултыра инем, бына үҙемә лә ошо бәхет татыны. Рәхмәт һеҙгә, Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе лә шатландырып торһон, иҫән-һау эшләгеҙ, - тип рәхмәттәрен теҙҙе Зөбәйҙә Вәхит ҡыҙы.
Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫын бүләк отоуы менән ҡотлайбыҙ, тағы оҙаҡ йылдар беҙҙең менән бергә булып, йыр-моңдарығыҙҙан айырылмай, йәшәүҙән йәм табып, иҫәнлектә, һаулыҡта йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ҡалған уҡыусыларыбыҙҙан да квитанциялар көтәбеҙ.