Ниндәй һәйбәт ғәҙәт - арттан баҫтырып тигәндәй, нимәлер тотторалар, уңайһыҙ булып китә хатта. Бына бөгөн дә. Редакцияға килделәр, ҡулдарында- күстәнәс.
Рәхимовтарҙы белмәгән кеше һирәк,
Сәриә апай аш-һыуға оҫта кеше, уның ҡулдарынан күп ауыҙ итергә тура килде, бигерәк тә ҡайнатҡан шәкәре ғәләмәт була, балдан да татлы. Беҙҙең конкурста ҡатнашҡайны апайыбыҙ, бүләк әллә ҡасандан көтөп ята ине, бөгөн килеп алдылар.
- Юл нисек? - шул яҡтарҙан килгән кемдер булһа, иң тәүге һорауҙарҙың береһе шулай була, кем Зәк юлдарынан йөрөгән - шул ғына аңлар.
- Как всегда инде.
Сәриә апайҙың балалары килгәйне, уларға, бүләкте тапшырҙыҡ, күп сәләмдәр әйтеп ҡалдыҡ. Апайыбыҙға, балаларҙың үҙҙәренә, уларҙың балаларына - бөтәһенә һаулыҡ, әлегеләй гел йылмайышып ҡына йәшәргә яҙһын тип теләнек. Сәриә апайҙың шәкәре кеүек татлы ғына ғүмерҙәрҙең тәмдәрен оҙаҡ итеп тәмләп-татып, гел бергә булып йәшәйек әле, туғандар.