Все новости
МАТБУҒАТ
9 Декабря , 09:46

Редакция емерелмәне

Ул тупһа аша үткәс тә таныны.

Редакция емерелмәне
Редакция емерелмәне

 Әйтерһең, бер нисә йылға бер тапҡыр түгел, ә көн һайын инеп, хәл белешеп йөрөгән күршеһе килгән. Ә бит Миңлебанат ҡоҙағый 90 йәшен дә үтеп киткән.

- Ай-буй, оят бит әле, - ҡоҙағый беҙҙең бүләкте күргәс, ныҡ уңайһыҙланды, тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡты, үҙе ифрат шат ине. 
- Нимәһе оят булһын, беҙ бит мотлаҡ һине бүләкләйбеҙ тип, һүҙ биргән инек, бына, шуға килдек. 
Миңлебанат Яманһарованың ҡулында "Юшатыр", уҡып ултыра, юрамал шулай ит тиһәләр ҙә, былай уҡ йәтеш килеп сыҡмаҫ ине. 
Оло кеше, йәштәргә ҡарағанда, рәхмәтлерәк була, бүләккә яуап итеп, бер түгел, тиҫтәләп яҡшы һүҙ ишеттек.
- Эшеңдә барыһы ла яҡшы булһын, ҡоҙа, балаларыңдың игелеген күреп йәшә...
Уның элек яҙған бер хаты "Редакцияғыҙ емерелмәҫ әле" тип атала ине. Ҡоҙағыйҙың күңелен күреп, бүләк бирҙек - редакция шул килеш ултыра. Донъябыҙ ҙа, күңелдәребеҙ ҙә гел шулай, емерелмәй, кителмәй, бөтөн килеш булһын ине. 
Автор:
Читайте нас: