Ит турағыс ул. Ҡалған вағыраҡ приздарға ҡарағанда, быны алыуы күңеллерәк тә булыр, тип ышанабыҙ. Хужалыҡта кәрәле нәмә. Гәзитебеҙгә яҙылыу дауам итә, квитанциялар ҙа килә тора. Шуныһы ғына: өс айға ғына, кемгәлер отчет бирер өсөн генә яҙылып, ебәргәндәр бар. Хатта асыҡтан-асыҡ шулай тип шылтыратҡаны ла булды: өс айға яҙылһам, нисә һум була? Үҙегеҙҙең дә, беҙҙең дә бәҫте төшөрмәгеҙ, зинһар, аҡсағыҙҙы тинләп һанайһығыҙ икән, яфаланмағыҙ.
Береһенә бер мәл ярҙам иттек. Әлеге шул ялыу менән мөрәжәғәт итте. Уның йомошон йомошлағансы әллә нисә вазифалы кеше менән боҙолошоу сигенә еттек. Теге ҡатын ярҙамын алды. Әле ул да өс айға нисә һум тигәс... Әйтер һүҙ тапманыҡ. Беҙҙең менән киләһе ярты йылда ихлас булғандар ғына ҡалһын ине: маҡтай икән, ысын йөрәктән, әрләй икән, бар күңеле менән. Ундайҙар менән өс ай түгел, өс ғүмер бергә йәшәһәң дә биҙҙермәҫ.
Яңы йылдың киләһе ярты йылында ла, унан ары ла, бер нимәгә ҡарамаҫтан (гәзит алып килмәйҙәр, почта ябыла) беҙҙең менән ҡалғандарға рәхмәт. Артабан да барыбыҙҙа иҫән булып, бер-беребеҙҙән биҙмәй, йәшәргә яҙһын ине.