«Юшатыр» төркөмөндә сыҡҡан материалдарҙы бер күрше төркөм йыш ала. Ала икән ала инде, ҡалайтаһың, интернет сиктәре киң, һәммәһенә йоҙаҡ элеп ултырып булмай. Алһа алһын, әммә ҡайҙан алғанын күрһәтһен, ошо талапты үҙен ихтирам иткән һәр береһе талап итә. Был төркөм ҡуя: Юшатыр. Нимә аңлата был исем, йылғанымы, магазиндымы, такси хеҙмәтенме – аңларлыҡ түгел. Икенсе, шул уҡ ҡала төркөмө ала, уныһына рәхмәт «источник газета Юшатыр» тип аңлатып ҡуя.
Нисек булһа ла, беҙҙе ошоға тиклем ауыл исеме менән атағандары юҡ ине. Атағандар – Юшатырка. Икенсе яҡтан ҡарағанда, почтальон, бәлки, иркәләп-наҙлап шулай тип яҙғандыр, ниндәй гәзит – Юшатырка. Эштәр былай барһа, почтальондың хискә тулған мәле булһа, Юшатырочка тип яҙып ҡуйыуы ла ихтимал. Үпкә юҡ. Киреһенсә, шатбыҙ ғына. Нисек атаһағыҙ ҙа ризабыҙ, беҙҙең менән генә ҡалығыҙ. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һеҙгә кем-нимә-нисек кәрәк, шулай булырға ризабыҙ.
Һыу булырмын янған саҡтарыңда.
Ут булырмын өшөгән сағыңда.
Гөл булырмын һыуҙар һипкәнеңдә.
Көл булырмын уттар янғанда
Юлдаш булырмын яңғыҙ ҡалғаныңда
Шәм булырмын ҡараңғы булғанда
Йыр булырмын моңһоуланғаныңда
Нур булырмын йөҙөң ҡасҡанда
Тормошоңдо нур булып яҡтыртырмын
Гөлдәр булып күккә һибелеп
Яратырмын һәм яратылырмын
Йөрәк йәшәй барыһын белеп
Яңғыҙ ҡалғаныңда йәнәш ултырырмын
Тынысландырырмын күңелеңде
Һыуһағанда һыуһын ҡандырырмын
Йыуатырмын мин үҙеңде.