

Теге көн "Кейәү концерты" исемле мәҡәлә донъя күргәйне, хәҙер бына һорау бирәләр. Ысынлап та, беҙҙең кейәүме?
Яуап бирәбеҙ: беҙҙеке! Яҡшымбәт ауылы уҙаманы, әле Өфөлә йәшәгән, әммә тыуған яғын бер минут та онотмаған Сынтимер ағай Баязитовтың кейәүе ул. Өфө күп профилле колледж директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәтҡәре, педагогия фәндәре кандидаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Сынтимер Биктимер улының Гөлназ исемле ҡыҙының тормош иптәше.
Шулай булғас, Рәфис кемдең кейәүе була - беҙҙеке була.