Төшкө аш мәлендә үк әйтте: заказать иттем, хәҙер килтерәләр. Әйтте, ҡулға эш барманы ла ҡуйҙы - уйҙа бары тик пицца.
- Өсәүҙе заказать иттем, утыҙ сантиметрлы, - тип йәнде үртәне, етмәһә. Өсәүгә заказ биреп дөрөҫ эшләгән, өс кеше эшләй икәнен белә бит, быны нисек тигеҙ итеп бүлергә тип аптырап ултырмаһындар тигәндер.
Ашамағаны пиццамы, әммә әлегеһе беҙгә бик ҡәҙерле ине, уны бит Өфөнән тороп беҙгә ебәртәләр. Кем ҡулынан ашағаныңды белеп аша тигән кеүек, ниңәлер ул ебәрткәне, башҡаларҙан айырмалы, тәмлерәк булыр төҫлө. Заказ алыусы Күмертау ашнаҡсылары бик яуаплы кеше булманы, буғай, ныҡ көттөрҙөләр, Өфөнөң үҙенән алып сыҡҡан хәлдә лә күптән пиццабыҙ өҫтәлдә ултырыр ине.
- Һәр ваҡыт та мине үҙһенеп тораһығыҙ, яҡшы ҡараштаһығыҙ. “Юшатыр”ҙы гел ҡарап, күҙәтеп барам, һеҙҙең өсөн ҡыуанам, һөйөнәм. Үҙем Күгәрсен районынан булһам да Көйөргәҙе районы, Күмертау ҡалаһы минең өсөн бик яҡын, киләсәктә лә бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ. Шулай матур-матур мәҡәләләр, ҡаҙаныштар менән ҡыуандырып тороғоҙ.
Минең исемдән һеҙгә ҙур булмаған күстәнәс. Был күстәнәсте ихтирам йөҙөнән ебәрәм.
Кем был йомарт кеше? Рөстәм Баянов.
Әле генә килде күстәнәсегеҙ. Бүлмәбеҙ ныҡ һалҡын, бәлтәлә ултырабыҙ, күстәнәс килеп инеү менән, күгебеҙҙә йәй ҡояшы балҡыны, һеҙҙең йән йылығыҙ беҙҙе шулай йылытты, хатта бәлтәләрҙе систек. Һеҙгә үҙегеҙҙең ҙур пиццаларығыҙҙан да ҙурыраҡ рәхмәт, Рөстәм Сәлим улы!