Все новости

Янғындан апайыбыҙҙы ҡотҡарған өсөн рәхмәт

Яҡуп ауылында йорт янғайны. 

Янғындан апайыбыҙҙы ҡотҡарған өсөн рәхмәт
Янғындан апайыбыҙҙы ҡотҡарған өсөн рәхмәт

Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, тип әйтелгән һүҙҙәр дөрөҫлөгөнә, был бәлә үҙ башыбыҙға төшкәс ысынлап та инандыҡ.
Уҙған аҙнаның шаршамбыһынан кесе йомаға ҡараған төнөндә, Яҡуп ауылында йәшәүсе апайыбыҙ Умарова Рәсимә Искәндәр ҡыҙының йортона ут тоҡанып, уға ҡушылып торған мунсаһы, һарайы, бөтә нимәһе янып бөттө.
Был тиклем ҡот осҡос янғындан апайыбыҙ үҙе иҫән-һау булыуына, уның ауылдашы Салауат Айрат улы Әмерхановҡа оло рәхмәтлебеҙ. Янғын сыҡҡанда апайыбыҙ үҙе йоҡлап ятҡан була, төтөн сығыуын күреп ҡалған ауылдашы, апайыбыҙҙы уятып, уны тәҙрә аша сығарып, ҡотҡарып ҡала.
Кеше бәләһенән ситтә ҡалмаған, янғынды һүндерешергә ярҙам иткән, ауылдаштарға, күреш-тирәгә һәм әлбиттә апайыбыҙҙың ғүмерен ҡотҡарған ағай - Салауат Айрат улы Әмерхановҡа "Юшатыр" гәзите аша ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙгә күрһәткән ярҙамығыҙ, изгелектәрегеҙ үҙегеҙҙе мең бәләләрҙән ҡотҡарһын, иҫән-һау булығыҙ.
Рәсимә Умарованың туғандары.

Автор:
Читайте нас: