Күҙ өйрәнгән, йән өйрәнгән – ҡыйын булып китте. Ә бит, йәшерене юҡ, уны әрләгәндәр ҙә булманы түгел (шуны дөрөҫ эшләмәй, быны улайтмаҫҡа ине, үҙебеҙҙең бейеклектән тороп, үҙ белдегебеҙ, аҡыл кимәлебеҙ менән шулай һүктек, уның тураһында, ситтән килгән, ят бауыр – ят инде, фәлән дә төгән тип әйткәндәр ҙә бихисап булды). Ә бөгөн, уның ҡулын ҡыҫҡанда, күҙгә йәш килде. Насар кеше түгел ул. Ваҡсыл булманы, кешелекле булды. Кәрәк саҡта ярҙам ҡулын һуҙыр, ҡысҡырып әрләр саҡта ла, өндәшмәй, ирҙәрсә тыныс ҡалыр ине. Ябайлығы... Уның менән кем аралашҡан, шул алдарға ирек бирмәҫ, мин кем әле тигәндең әҫәре лә юҡ, башы-тояғы менән үҙебеҙҙең кешеләй, ошо ерҙә тыуып үҫкән, бер-беребеҙҙе меңәр йыл белгәндәй һөйләште. Асыҡ булды. Кешегә яҡын булды (уның йырҙарын ғына хәтерләгеҙ, күҙҙәрен йома биреп, бирелеп китеп, бар йөрәген һалып йырлар ине). Ҡасан барма, ишегенә йоҙаҡ элмәне, күңеле лә уның бикһеҙ ине... Бәлки, уның ошо һыҙатын үҙ файҙаһына ҡайырғаны ла булғандыр, тормош ундайһыҙ бармай.
...Әле генә Зәк-Ишмәттә бүрәнә күтәреп бара ине лә баһа (өмә булғайны ул килгәс тә), бына, инде хушлашыр ваҡыт та еткән. Беҙҙән, инде ғүмерлеккә, китәһегеҙ. Тәү эшкә килгәндә, һә тигәнсе тегене башҡарам, быны эшләйем, район, күҙгә күренеп, алға сыға ла китә тигән уйҙар менән килгәйнем тинегеҙ бер беҙгә биргән интервьюла. Улай ғына булманы, райондағы тормош бөтөнләй икенсе, ситтән күренгәнгә ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ икән тип һығымта яһағайнығыҙ. Бындағы проблемаларҙан (улар һеҙ киткәс тә ҡала, артабан килгән кешенән һуң да ҡаласаҡ) теге саҡта яуырынығыҙҙа ятҡан бүрәнәне алып ташлаған кеүек ырғытып ҡына ҡотолоп булмай.
Беҙ, көйөргәҙеләр, һеҙҙең хәтерегеҙҙә нисек булып ҡалырбыҙ, белмәйбеҙ, әммә һеҙ, өҫтә яҙғанса, ят бауыр түгел, үҙебеҙҙеке булып ҡалаһығыҙ. Бөтәһе өсөн дә рәхмәт һеҙгә, Юлай Талха улы. Һеҙҙең арттан беҙ ҙә күңелебеҙгә йоҙаҡ элмәйбеҙ. Яңы эш урынында һеҙгә тик уңыштар юлдаш булһын.
P.S. Яңы башлыҡ кем була, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар ҡайҙа китә – барыһы ла гәзиттең киләһе һанында яҙыласаҡ.