Бөтә яңылыҡтар

Моңһоуланыу

Юлай Ильясов башлыҡ вазифаһынан китте.

Моңһоуланыу
Моңһоуланыу

Бөгөн район депутаттары (ҡунаҡ рәүешендә ауыл башлыҡтары, хакимиәт кешеләре лә был тарихи ваҡиғанын шаһиты булды) ошо турала ҡарар ҡабул итте. Берҙәм булып ҡулдарҙы күтәргәс, район Советы рәйесе Дамир Байгилдин:

- Все, Юлай Талхович, һеҙ хәҙер официально эшһеҙ, - тине.

- Залдағы атмосфера оҡшай, - быныһы Өфөнән, Аҡ йорттан килгән Искәндәр Әхмәтвәлиев, Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, сит күҙ, шулай тине, - моңһоулыҡ һиҙелә, тимәк, Ю. Ильясов тамам үҙ кешегә әйләнеп өлгөргән, алты йылдан артыҡ эшләне бында, һеҙ уны, ул һеҙҙе яҡшы белеп, эҫенешеп өлгөргәнһегеҙ икән.

Икенсе һорау башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыны тәғәйенләү ине. Быныһында күрәҙә лә кәрәкмәне, беренсе урынбаҫар – Урал Ибраһимовты ҡуйҙылар. Яңы башлыҡ килгәнсе (әле алда был вазифаға конкурс та була) район башлығы ул буласаҡ. Ҡулдарҙы ҡыҫып, ҡотлаштылар, әммә барыһы ла, кем тиҙҙән ысын башлыҡ булырын белгәнгәме, ихласлыҡ бик һиҙелмәне, яңыһын ҡуйғас, йөҙҙәр икенсерәк ҡиәфәт аласаҡ.

Юлай Талха улы хушлашыу һүҙен тыныс ҡына әйтә алманы...  Уға, әйткәндәй, бөгөн "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт хеҙмәткәре» исеме бирелде.

Репортаж тулы вариантта йома көнө гәзиттә баҫыласаҡ. 

Автор:
Читайте нас: