Бөтә яңылыҡтар
Район хакимиәтендә
7 Ноябрь , 11:22

Башлыҡ вазифаһында өс ай

Лира Тереғолова республика менән идара итеү Үҙәгендә (ЦУР) һорауҙарға яуап бирҙе. 

Башлыҡ вазифаһында өс ай
Башлыҡ вазифаһында өс ай
1. Көйөргәҙе районын етәкләүегеҙгә 3 ай ҙа булып китте. Тәжрибәгеҙ ҙә етәрлек, артабан был өлкәлә нисек эш алып барасаҡһығыҙ, киләсәккә ниндәй пландар бағлайһығыҙ?
Лира Тереғолова: Көйөргәҙе районы минең тыуған төйәгем, был ерҙәрҙе һәм унда йәшәгән халыҡты бик яҡшы беләм.Төп маҡсатым – районыбыҙ сәскә атыуы, үҫешеүе. Тәү сиратта һәр ауылды төҙөкләндереү маҡсаты тора, халыҡ беҙҙең районда йәшәүе менән ҡәнәғәт булһын, ғорурланһын ине. Еребеҙ бай, уңдырышлы, тарих- биттәрен һаҡлай, һәр өлкәлә талантлы шәхестәре лә бихисап. Шуға күрә, халыҡ өсөн, уларҙың мәнфәғәте өсөн эшләргә тырышасаҡбыҙ.
2. Юлдар. Ермолаево ауылының Ватутин урамында ҡасан ремонт эштәре ҡаралған?
Лира: Бөгөнгө көнгә ҡарата подрядсы ойошма билдәләнгән, улай ғына ла түгел улар эшкә тотонғандар ҙа инде. Был урамдың ремонт эштәре тамамланыу ваҡыты 2027 йылдың 1 сентябренә ҡаралған. Быйылғы йылда 200метр асфальт түшәлергә тейеш ине, был арауыҡҡа асфальт түшәлде лә инде. Барыһы ла графикка ярашлы бара.
3. Шулай уҡ Павловка юлдарына бәйле һорау килде. Ямғырҙар яуғанда юлдарҙан үтерлек түгел, был бәләне нисек хәл итеп була?
Лира Тереғолова: Ысынлап та, бындай бәлә юҡ түгел, был юл Кинйәбай, Сураҡай ауылы эргәһенән үтә, был юлдарҙан районыбыҙҙа аҡбалсыҡ ҡаҙыу, етештереү менән шөғөлләнгән “Сеймал төркөмө” йөк машиналары йөрөй, ошо машиналар юлдарҙы иҙә. Шулай ҙа подрядсы үҙ ғәйебен таный, юлдарҙы нормаль хәлдә тоторға тырыша, грейдер үткәрә, ҡырсын түшәтә. Был юлдар иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Был төркөм районыбыҙға ҙур файҙа килтерә, һәр ваҡыт ярҙамға әҙер, шуға күрә был юлдарҙы бергә ҡарарға тырышырбыҙ.
4. Юшатыр ауылы юлдарындағы ремонт эштәре ҡасан тамамланасаҡ?
Лира Тереғолова: Был юлдарҙың ремонт эштәренең тамамланыу ваҡыты шулай уҡ 2027 йылға ҡаралған. Бөгөнгө көндә был юлдарҙың 5 км арауығында рмеонт эштәре бара. Подрядсы быйылға ҡаралған ремонт эштәрен әүҙем алып бара, барыһы ла графикка ярашлы үтәлер тигән өмөттә ҡалабыҙ.
5. Ермолаево ауылының Чкалов урамында тротуар төҙөләсәкме?
Лира Тереғолова: Ысынлап та был урамда тротуар юҡ ине. Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу программаһы ярҙамында тап ошо урамда, киләһе йылдың 1 сентябренә тротуарҙар һалынып бөтөр тигән өмөттә ҡалам.
6. Ни өсөн Ермолаевола йыш ҡына свет һүнә?
Лира Тереғолова: Үҙем ошо ауылда йәшәгән кеше булараҡ, был һорау мине лә ҡыҙыҡһындыра. Был хәл ремонт эштәре менән бәйле, тип аңлаттылар. Яҡтылыҡ ваҡытһыҙ, оҙаҡҡа һүнеп, авария хәле тыумаһын өсөн, тап ошо мәлдәрҙә профилактик-ремонт эштәре башҡарыла. Яҡтылыҡ йыш һүнмй, былар барыһы ла планға ярашлы үтәлә, электриктар был эштәрҙе көндөҙ уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн төндәрен башҡарырға тырыша.
7. Халыҡ Яңы Морапталға тиклем йөрөгән автобус маршрутын тергеҙеүегеҙҙе һорай.
Лира Тереғолова: Бөгөнгө көндә контрактҡа үҙгәрештәр индереү менән шөғөлләнәбеҙ. 2026 йылдың ғинуар айынан яңы контракт төҙөйбөҙ һәм Ермолаево – Ҡалта ауылы маршрутын тергеҙәбеҙ, ошо уҡ автобус Яңы Морапталды ла урап үтмәйәсәк. Алдан иҫкәртәбеҙ, пассажирҙар ағымынан ҡарап, был маршруттың ни тиклем кәрәклеген күҙәтәсәкбеҙ.
8. Тыуған яҡтарыма, Көйөргәҙе районына йәшәргә күсеп ҡайтырға планлаштырабыҙ. Һөнәрем буйынса зоотехник, тормош иптәшем башланғыс кластар уҡытыусыһы, эш табып, урынлашып китеүе ауыр булырмы икән?
Лира Тереғолова: Беҙгә йәшәргә ҡайтыусыларға ихлас күңелдән шатбыҙ. Эшкә килгәндә эш бар, районыбыҙҙа ауыл хужалығы өлкәһендә уңышлы эш алып барыусы хужалыҡтар етәрлек, уларҙың барыһына ла белгестәр кәрәк, шунан сығып зоотехниктар беҙҙә эшһеҙ ҡалмаясаҡ. Уҡытыусыларға килгәндә, улар ҙа бөгөнгө көндә бик кәрәкл кадрҙар һанала. Шуға күрә, күсеп ҡайтыуығыҙға шат буласаҡбыҙ, эшһеҙ ҡалмаясаҡһығыҙ, быныһына иманым камил. Үҙегеҙ генә түгел, иптәштәрегеҙҙе лә алып ҡайтығыҙ, барыһына ла урын да, эш тә етәрлек.
9. Ермолаевола күптәндән төҙөлә башлаған бассейныбыҙ ҡасан халыҡ өсөн ишектәрен асыр?
Лира Тереғолова: Бик яҡшы һорау, был һорау халыҡты күптән борсой. Төҙөлөш эштәре ысынлап та һуҙылды. Быйылғы йыл беҙҙең район өсөн бик мөһим, иҫтә ҡалырлыҡ йыл булыр тип ашанам, сөнки быйыл беҙ был бассейнды эшләтеп ебәрәсәкбеҙ. Подрядсылар менән бик тығыҙ эш алып барабыҙ, аҙна һайын объектты тикшереп торам. Бассейндың төҙөлөш эштәре республикабыҙ башлығы 
контролендә тора. Бөгөнгө көндә төп эштәр тамамланыуға бара, йәшермәй әйтәбеҙ подрядсы графиктан аҙ ғына артта ҡала, ваҡ-төйәк эштәр һаны әлегә етәрлек. Шулай ҙа, быйыл бассейн үҙ ишектәрен асыр, тип ышанам.
10. Бик ҡырҡын һорау, Ермолаево ауылындағы Төньяҡ биҫтәһен һыу менән тәьмин итеүгә килгәндә хәлдәр нисек?
Лира Тереғолова: Был һорау ысынлап та бик етди, был биҫтәлә бик күп өйҙәр төҙөлә, күптәр йәшәй ҙә инде. Бөгөнгө көндә был биҫтәгә һыу үткәреү проекты Дәүләт экспертизаһында, шул процедураларҙы үткәндән һуң республика программаларына дәғүә итәсәкбеҙ. Ошо программаларға өмөт итәбеҙ, сөнки был бик сығымлы эш. Һыу йәшәү сығанағы, әгәр ҙә был биҫтәгә һыу үтһә, халыҡ та күпләп бында ағыласаҡ, шуға күрә, өмөттәрҙе өҙмәй был һорауҙың урынынан ҡуҙғалыуын көтәбеҙ.
11. Ермолаево ла бөтә район йәштәрен туплап тороусы берәй үҙәк булһа ине, тип һорау йәштәр.
Лира Тереғолова: Йәштәр беҙҙең киләсәк. Әүҙем йәштәр менән осрашып, аралашып торам, был һорауҙы улар миңә шәхсән биргәне лә бар. Ысынлап та йәштәргә ошондай үҙәк кәрәктер, шуға күрә, бөгөнгө көндә үҙәк өсөн бина әҙләйбеҙ, был еңелдән түгел, сөнки йәштәргә барлыҡ уңайлыҡтары булған берәй шәп бина кәрәк. Был һорауҙы күҙ уңында тотабыҙ, үҙ алдыма ошо үҙәкте булдырыу тураһында маҡсат ҡуйҙым.
Автор:
Читайте нас: