Рухиәт
12 Июнь 2023, 10:43

Салауаттың тыуған көнө

Ергә ҡалай ныҡлы баҫып йөрөй ул!

Салауаттың тыуған көнөСалауаттың тыуған көнө
Салауаттың тыуған көнө

Ысын хужаларса. Шулай булмай, ошо ерҙең хужаһы кем - ул!
Әбдрәхимов Салауат Юлай улы тип таныштырҙы ул үҙе менән, кем менән күрешкәнеңде белеп күреш. Рәсәй көнө байрамында, быныһы ғына аҙ, Салауат Юлаев менән бер көндә тыуған егет ул, исеме лә шәп - Салауат Юлай улы, хужа түгел тип әйтеп ҡара һин уны. Ҡунаҡбайҙа йәшәп ята, бер ҡайҙа ла ҡасып китмәгән, тыуған ил тойғоһо көслө был егеттә. Янында атаһы Юлай, әсәһе Диана, һылыуы Юлиана. Туғандар, тыуған ауыл ҡосағында бөтәһенең дә наҙын татып, үҫеп килә егетебеҙ. Етмәһә, тап килеүен әйт әле, тыуған көнөндә, уға арнаған һымаҡ, ана ҡалай елле итеп байрам ойошторғандар. Кемгә тәтей әле бындай бәхет?

Нисә йәш тулды бөгөн батырға? 8.

Тыуған көнөң менән, Салауат!

Автор:
Читайте нас