Әсәм теле - сәсән теле
24 Ноябрь 2023, 13:48

Уңһын!

Үтә ҡыҙылды кеймәгеҙ, үтә ҡыҙыл тиҙ уңа.

Уңһын!Уңһын!
Уңһын!
Ошолай тип йырлайҙар. Беҙҙең ҡыҙҙар, әмәлгә ҡалғандай, өҫтәренә лә, аҫтарына ла ҡыҙыл төҫтәге кейемдәр кейеп китте. Стәрлебашҡа. “Остаз” республика конкурсының зона этабында көс һынашырға. Бая ла ҡарап-ҡарап торғайныҡ, ныҡ сибәрҙәр, күҙ тейеп кенә ҡуймаһын тип. Ярыш бит, 14 команда ҡатнаша, уйын эш түгел, яман күҙ төшөп, йә иң кәрәк ерҙә генә һынатып ҡуйырҙар.
Һынатты! Өсөнсө урынды алғандар! Әле ошо яңылыҡты ишетеп, ҡыуаныстан, нимә эшләргә белмәй ултырабыҙ.
Афарин, ҡыҙҙар, сибәр генә түгел, белемлеһегеҙ ҙә икән. Баяғы тиҙ уңа тигәнде, тормошта бындайҙар гел уңа тип аңларға кәрәккәндер. Ҡотлайбыҙ, ҡайҙа барһағыҙ ҙа юлдарығыҙ гел уңып торһон. 
Автор:
Читайте нас