Все новости

Матур кешеләр

Был мәртәбәле бәйге ике көн барҙы.

Матур кешеләр
Матур кешеләр
Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназияһы, инде нисәмә йылдар, әлегеләй, йылы итеп, ҡаршы ала балаларҙы, йыл да был уҡыу йортонда башҡорт теленән олимпиада үтә. Беҙ ҙә ҡасандыр, ошо олимпиадала ҡатнашҡан кеше булараҡ, әле ҡыҙығып йәштәргә ҡарап ултырабыҙ - беҙҙең дә бар ине бит ошондай янып торған мәлдәребеҙ. Әле барыһы ла алда кеүек тойола, беләктә бөтмәҫ көс бар, йөрәктә мәңге һүнмәҫ ут яна төҫлө. Кисә генә булған кеүек, ә артта нисәмә йылдар ятып ҡалған. 
Иртәгәге көн бөгөндән башлана тиҙәр, һеҙҙең әле, әлбиттә, барыһы ла алда, егеттәр-ҡыҙҙар, һеҙгә ысын Кеше булып үҫергә, йәшәргә яҙһын тигән теләктә ҡалабыҙ. Барыһы ла артығыҙҙа торған Шағир әйткәнсә булһын: 
Кеше
Кешеләргә кәрәк булһын,
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын.
Эшләгәндә
Янып эшләһен дә,
Ял иткәндә
Көлһөн,
Йырлаһын!
Һыҡранмаһын
Тормошонан кеше,
Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны.
Ҡыуанһын ул,
Яҡты эҙен күреп
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының.
Хыялланһын,
Янһын,
Ҡанатланһын,
Тынғы белмәй алға ынтылһын.
Һөйһөн,
Көйһөн,
Күркәм булһын кеше,
Халыҡ ғәме менән ул тулһын!
Үҙ ҡайғыһын
Кескәй ҡайғы итеп,
Иң ҙур байрам көтөп йәшәһен.
Шундай бай, бәхетле күрәм
Киләсәктең
Матур кешеһен!
Автор:
Читайте нас: