Все новости

Әхәт ағай менән дуҫ йәшәнем

Аллабирҙе мәктәбен маҡтауына ғорурландым.

Әхәт ағай менән дуҫ йәшәнем
Әхәт ағай менән дуҫ йәшәнем

Малик туғаным, Һеҙгә рәхмәтлемен! Саҡырыуҙарыма битараф булманығыҙ, таш яуһа ла беҙҙең мәктәпкә осоп килеп еттегеҙ, уныштарыбыҙҙы оператив сағылдырып торҙоғоҙ. Һәр статьяларығыҙҙы уҡыусыларыма, коллективҡа еткереп күңелдәрен үҫтерҙем. "Юшатыр" иң көслө агитатор булды, буласаҡ аллабирҙеләрем өсөн. Әлбиттә мәктәптең ғүмерле булыуы урындағы хөкүмәтебеҙҙән тора. Һеҙ уларҙың ҡолаҡлы, күҙле итәһегеҙ. "Әхәт ағай (Ҡотлоәхмәтов) менән дуҫ йәшәнем, Аллабирҙе мәктәбен маҡтауына ғорурландым", тип һөйләне Төйлөгән районы башлығы Игорь Владимирович Буцких кисә мәктәпкә килгәнендә. Күҙҙәр теймәһен- өлгөрһөң, тырышһың! Иҫән-һау,сәләмәт бул! Ватан һаҡлаусылар көнө менән, милли матбуғат һалдаты!

Сания Кузбаева, Ырымбур өлкәһе Аллабирҙе ауылы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.  

Автор:
Читайте нас: