Ишембайҙа башҡорт теле методистарының семинары үтте. Унда беҙҙән Гөлназ Әҙһәмова барҙы. Сәфәрен маҡтап туя алмай, бик оҡшаған. Беҙ бөгөн Ишембайҙың үҙе менән һөйләштек, Гөлназ алдамаймы?
Шағирә Ғәлиә Кәлимуллинаның кисә тыуған көнө булды, бер уңайҙан, уны ҡотлайыҡ тип, Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙына шылтыраттыҡ.
- Шәп булды семинар. Маҡарҙа ла булдыҡ, юл буйы
Ишембай шағирҙары һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы тыңлатып барҙыҡ. Ишембайҙы йырҙар иле тип атарға ла була, беҙҙең яҡтар Башҡортостанға нисәмә яҙыусы-шағир биргән яҡ. Минең йырҙар ҙа яңғыраны:
- Бәхет бар ул! Бар ул бәхет!
Эҙләгән, көткәндәргә.
Сабыр бул, тим, өмөтөнән
Төңөлөп бөткәндәргә.
Бәхет бар ул! Бар ул бәхет!
Һеҙҙең Гөлназ шәп уҡытыусы-методист икән, бер-беребеҙгә тап килеп торабыҙ. Беҙ бит күп түгелбеҙ, рухлылар тураһында әйтеүем, ошондай осрашыуҙар беҙгә дәрт өҫтәй, ер йөҙөндә юҡҡа йәшәмәйбеҙ, кемгәлер, тәү сиратта, бер-беребеҙгә кәрәкбеҙ тигән уй бәхетле итә.