

Бәйге башланмаҫ борон үҙен уҡытҡан апаһы менән килеп инде - барыһының да иғтибарын үҙенә тартты ла ҡуйҙы. Бәләкәй булғаны өсөн генә түгел, артистарса кейенеп килгән, атлауҙары ышаныслы. Йөҙө етди, әйтерһең, алда уны ғүмерендәге иң хәл иткес алыш көтә.
...Жюри конкурсанттар араһынан иң шәбе кем тип, оҙаҡ яғалашты, беҙ генә ситтәрәк торҙоҡ, "Юшатыр" гәзитенең махсус бүләген кемгә биреребеҙҙе беләбеҙ.
"Урал батыр" конкурсына бәйле материал гәзиттә баҫыласаҡ.