Данлыҡлы яҡташыбыҙ (үҙе Баймаҡ булһа ла шулай тибеҙ) Иршат Исмәғилевтең яҡты иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса турнир.
Бөгөн Башҡортостандың төрлө тарафтарынан ун команда килгән, Хәйбулла, Бөрйән, әлбиттә, баймаҡтар ҙа бар. Иршат ағайҙың туғандары ла бында. Көрәшселәр араһында буй еткереп, нығынған егеттәр ҙә, бәләкәй генә малайҙар ҙа бар. Көрәшкәндә бер малай аяғын ауырттырҙы, түҙмәй, әллә еңелеүенән, әллә аяғы ауыртыуҙан, иланы....