Быйыл да таймаҫтар, ергә баҫыр хәл юҡ, йыландар менән донъя тулды, ти. Нилектән хәлдәр былай (хәйер, яҙын, 1 апрелдә үк, Красный Маяҡ ауылында ла йыландарҙың йортға эйәләшеүен яҙған инек) - герпетологтар ғына аңлата алыр, моғайын. Һәр хәлдә лә был һөйрәлеүсе йәнлек кешегә зыян килтермәҫ тип өмөт итәбеҙ.
Фотоларҙа: Яңы Таймаҫтағы быйылғы йыландар.