Что случилось? К кому можно обратиться? Водохранилище в очень плохом состоянии! От воды запах очень неприятный, дохлая рыба!!! О купании даже и речи нет! Хотелось бы услышать ответ
В д. Аксарово никакой инфраструктуры! Много пожилых людей, даже за пенсией ездить приходиться на обычном такси, которое стоит 700-800 рублей. Как связаться с Русланом Аминевым?
Беҙ был һорауҙарға яуап эҙләп, район хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Кем нимә өсөн яуап бирә - баш әйләнеп бөттө. Ахырҙа, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлек начальнигы Рамаҙан Фәйзуллин ошолай тине:
- Беҙҙең районда һыу инер өсөн рөхсәт ителгән бер генә урын бар - Шотт быуаһы. Башҡа быуа-күлдәрҙә һыу инеү тыйыла! Күреп тораһығыҙ, көн һайын республикала кемдер батып үлә, һыуға инер алдынан алдын-артын уйлаһындар ине. Аҡһары һыуһаҡлағысында ла һыу инергә ярамай, әлбиттә, унда был турала хәбәр иткән аншлагтар торорға тейеш. Ә ниңә һыу һаҫыҡ... Быныһын әйтә алмайым, һыуһаҡлағыс Йомағужа һыуһаҡлағысына ҡарай, улар йыл да һыу кимәлен күҙәтеп бара, балыҡтар йыл һайын унда үлә. Ниңә үлә - кислород етмәй, күрәһең, һыу өҫтөн ләм баҫа.
Аҡһары яҡтарына автобус ниңә йөрөмәй, был темаға әллә нисә ҡат яҙҙыҡ (водитель юҡ тигәйнеләр, март айында район башлығына сираттағы тапҡыр мөрәжәғәт иткәс, Ю. Ильясов "Мораптал яғына автобус йөрөмәй, ҡалаға табан йәйәү тәпәйләргәме беҙгә? Был һорау контролдә, АТП менән берәй төрлө яйын табырбыҙ" тигәйне), файҙаһы юҡ. Руслан Хөрмәт улының телефонын бирҙек, әйҙә, ул яуап бирһен.