-2 °С
Болотло
Әлеге мәлдә Керәүле-Илюшкин ауыл биләмәһенә ингән ауылдарҙы бүреләр йонсота (былтыр, көҙ миҙгелендә лә, ошондай хәл булып алғайны).
Знаменка ауылынан бер нисә һарыҡтың башына етеп тә өлгөргән йыртҡыстар. Әле аҙға ғына булһа ла тынлыҡ урынлашты, ти урындағылар. Бүреләр сәйәхәт итә, улар Күгәрсен яҡтарына китте, әммә кире әйләнеп килеүҙәренә шик юҡ.
Был осраҡта һунарсыларға эш булыр, ахры.