

Йәки күрмәгәндәр. Бына ошо фотоны тегеләй-былай йөрөтәләр, имеш, был беҙҙең ауылдарҙың береһендәге күренеш, хайуан урам буйлап һин дә мин китеп бара.
Кемеһелер Яманһары түгелме был тип бот сапты, урындағы халыҡ шунда уҡ быны кире ҡаҡты: беҙҙә бындай өйҙәр юҡ. Абайлап ҡарай торғас, бәй, был Молокан да баһа тип, ҡоттар китте.
Әллә Молокан, әллә юҡ, Молоканға оҡшаған ауылдар күптер Ер йөҙөндә, ә, бәлки, был айыу (ҡурҡҡанға ҡуш күренә) беҙҙә бөтөнләй йөрөмәгәндер ҙә, нейросеть тигән нәмә лә бар донъяла.