Таҙа, составында көмөш булған һыулы шишмә ауылдан яҡынса бер саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул тәрәнлеге 5 метр булған, тигеҙ туҫтаҡ формаһындағы бәләкәй үтә күренмәле күлгә ҡоя. Был ҡойондороҡта (купелдә) һыу инеү кешене үҙенә йәнлелек бирә һәм, әйтеүҙәренсә, ауырыуҙарҙан дауалай.
Урындағы йәшәүселәр һыуҙа ысынлап та көмөш бар тип иҫәпләй. Шишмә ҡойоусы күлдең тәрәнлеге биш метрға етә. Ул туңмай: һыуҙың температураһы йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә лә яҡынса +4°С кимәлендә һаҡлана. Бында даими рәүештә ял итеүселәрҙе осратырға мөмкин. Уларҙың ҡайһы берҙәре боҙҙай һыуға тулыһынса сумырға баҙнат итә, ә башҡалары — аяҡтарын ғына сылатып ала.
Туғыҙтимер халҡы һүҙҙәренсә, һалҡын һыуҙа ҡойонғандан һуң уларҙа хатта тымау ҙа алмай, етдиерәк ауырыуҙар һәм һалҡын тейҙереүҙәр тураһында әйтеп тә тораһы түгел.
Әгәр һыу инәһегеҙ килмәһә, шишмәнән һыу ғына алып китергә була. Урындағы халыҡ уны шифалы тип һанай, уның өҫтәүенә ул оҙағыраҡ та һаҡлана».